Халыҡҡа иң яҡын власть вәкилдәре

Муниципаль депутаттарға партия етәксеклегенән дә етдирәк эш йөкмәтелгән. Тап улар халыҡ менән туранан-тура аралашып уларҙың проблемаларын, хәл итәһе мәсьәләләрҙе юғарыға еткерә. Бөгөн баш ҡалала муниципаль депутаттарҙың форумы үтте.

Әйткәндәй, йыйында халыҡ һайланыусыларынан тыш партия фекерҙәштәре, йәмғиәт лидерҙары ла ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, депутаттар һайлауҙарға әҙерләнеү генә түгел, урында йәшәүселәрҙән тәҡдим-теләктәр ҙә йыйған.

Йыйында билдәләнеүенсә, һайлау алды кампанияһы көсөргәнешле үткән. Тауыш биреү ваҡыты ла ябай булмаясаҡ. Тап һайлаусылар киләһе биш йылға илдең киләсәген, үҫеш йүнәлешен билдәләй. Берҙәм Рәсәйҙәр үҙ программаһын халыҡсан тип билдәләй. Сөнки уның нигеҙенә йәмғиәттең өгөт-нәсихәттәре һалынған.

Фото №1 - Халыҡҡа иң яҡын власть вәкилдәре

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ