"Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре халыҡ наказдарын йыя. Сираттағы сара Өфөлә уҙҙы. Партия ағзалары билдәләүенсә, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәр биләмәләрҙе төҙөкләндереү, социаль учреждениелар төҙөлөшө һәм юлдарҙы ремонтлауға күберәк иғтибар бүлә. Мәсьәләләрҙең байтаҡ өлөшө милли проекттар сиктәрендә хәл ителә.
ЛДПР депутаттары көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар өсөн йәмәғәт трнаспортын бушлай итергә тәҡдим итә. Закон проекты әҙерләнгән, ул Дума ҡарауына тапшырыла. Авторҙар фекеренсә, стипендия тулыһынса тиерлек юл өсөн түләүгә тотонола, шуға студенттарға ярҙам итергә кәрәк. Закон ҡабул ителһә ул 1 ғинуарҙан көсөнә инә.
КПРФ фирҡәһе депутаттары Рәсәй мәктәптәрендә Берҙәм дәүләт имтиханын теләк буйынса тапшырыу тураһында проект әҙерләгән. Рус теле һәм әҙәбиәте, математиканан сығарылыш имтихандарын мотлаҡ итеү, Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙә ҡатнаш система ҡулланыу башланғысы күтәрелә. Йәғни, Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре иҫәпкә алына, бынан тыш ҡабул итеү имтиханын тапшырыу мөмкинлеге була. Проект әлегә Дума ҡарауына тәҡдим ителмәгән.
"Ғәҙел Рәсәй" фирҡәһе лидеры Сергей Миронов Думаға һайлауҙа сәйәси конкуренция кимәле юғары булыуы тураһында белдерҙе. Бер юлы 14 сәйәси партия ҡатнаша. Халыҡ тауышы өсөн конкуренция арта, тине ул. Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн тауыш биреү өс көн бара, 17, 18 һәм 19 сентябрҙә ойошторола. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ була.




