Рәсәй президентының Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Борис Титов был объекттың эшмәкәрлеге менән танышты. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, Республика менән идара итеү үҙәге бөтә ведомстволар вәкилдәрен берләштерә, был иһә халыҡ проблемаларын тиҙ арала хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ул 15 мәғлүмәт системаһын эсенә ала. Борис Титов әйтеүенсә, был йүнәлештә Башҡортостан илдең башҡа төбәктәренән алда бара. Автоматлаштырылған рәүештә бөтә мәғлүмәт туплана һәм анализлана, эш тулыһынса системаға һалынған. Башҡортостанда идара итеү бөтөнләй яңы кимәлдә алып барыла, тип белдерҙе федераль чиновник.







