Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында. Радий Хәбиров Урал пружина заводы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятиеның генераль директоры Денис Лоҡманов белдереүенсә, заводта киң масштабта инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла. Предприятие 2008 йылда булдырылған. Завод продукцияһы ил һәм донъя баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла, “Техуспех” рейтингы буйынса илдә тиҙ үҫешкән 10 компания исемлегенә инә.







