Был аҙнала бишенсе тапҡыр Кавказ халыҡтары милли мәҙәниәте фестивале була. Уны Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы уҙғара. Йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, сарала үҙенсәлекле мәҙәниәт өлгөләре күрһәтелә. Фестиваль республикала йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының дуҫлыҡ һәм татыулыҡ сағылышы, ти ул.
Фестиваль 19 сентябрҙә Өфөнөң Иван Яҡутов исемендәге паркында үтә. Көндөҙгө сәғәт берҙә башлана.







