Йәрмәкәйҙә “Атайсал” программаһы буйынса шишмә төҙөкләндерелде

Йәрмәкәй ауылы янындағы урман шишмәһе төҙөкләндерелгән. Ул “Атайсал” республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Хәҙер бында уңайлы ял итеү урыны бар, килеүселәр таҙа шишмә һыуын тәмләй ала. Шишмә буйы сүп-сарҙан таҙартылған, сығанаҡҡа күтәрелер өсөн уңайлы баҫҡыстар ҡуйылған, усаҡ яғыу һәм сүп йыйыу өсөн махсус урындар булдырылған. Төбәктә “Атайсал” программаһы буйынса барлығы 21 проект тормошҡа ашырыла, ти район хакимиәте белгесе Энже Шафикова.

Йәрмәкәйҙә “Атайсал” программаһы буйынса шишмә төҙөкләндерелде

“Атайсал” проекты Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. Киләһе айҙа уның һөҙөмтәләре буйынса “Яҡташлыҡ көсө” форумын ойоштороу планлаштырыла.

Фото №1 - Йәрмәкәйҙә “Атайсал” программаһы буйынса шишмә төҙөкләндерелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ