“Диалог” ойошмаһы төбәк башлыҡтары һәм төбәк хөкүмәттәренең рәсми сәхифәләрен баһалаған. Ул төҙөгән федераль рейтингта Радий Хәбиров дүртенсе урында. “Диалог” белгестәре төбәк етәкселәренең социаль селтәрҙәге әүҙемлеген бер нисә күрһәткес буйынса тикшергән. Төп майҙансыҡтарҙа булыу, контент сифаты, ҡулланыусыларҙы йәлеп итеүгә иғтибар бирелгән. Был күрһәткестәр буйынса Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһе 91 балл йыйған.
- Социаль селтәр – эштең бер өлөшө. Унан ҡәнәғәтләнеү ҙә, ҙур шатлыҡ та кисермәйем. Әммә һөҙөмтәлелеген күрәм. Тап шуның өсөн дә мин унда эшләйем. Мәғлүмәт сығанағы, башҡарылған эштәрҙе күрһәтеү урыны булараҡ социаль селтәргә етди иғтибар бүләм, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
- Республика башлығының шәхси аккаунттары уны етәксе булараҡ ҡына танытмай. Уны шәхес булараҡ белергә, мәғлүмәтте аралашсылар аша түгел, ә тап уның үҙенән алырға ярҙам итә. Радия Хәбировтың шәхси аккаунттары бөтә кимәлдәге етәкселәр өсөн өлгө. Унда республика тураһында оператив мәғлүмәттәр бик күп. Башҡортостанда йәшәүселәр унда хәбәр һәм мөрәжәғәт ҡалдыра ала. Хаттарға һәр ваҡыт иғтибар бирелә һәм кешеләр яуап ала, - тигән фекерҙә “Диалог” автоном коммерция булмаған ойошмаһы вәкиле Денис Зацепин.
“Диалог” автоном коммерция булмаған ойошмаһы Рәсәйҙә интернет-коммуникациялар өлкәһендә төп компетенциялар үҙәге булып иҫәпләнә. Республика менән идара итеү үҙәгенең бер бүлексәһе лә “Диалог”тың федераль өлөшө булып тора.




