Был аҙнала ил халҡы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлай. Рәсәй парламентына 450 депутат һайлана. Уларҙың 225-е фирҡә исемлеге буйынса, ҡалғаны бер мандатлылар. Республикала 6 бер мандатлы округ бар, депутаттар һаны ла шулай уҡ. Был урындарға 59 кеше дәғүә итә. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу бюллетень баҫылған. Уның 800 меңгә яҡыны КОИБ-тар өсөн сығарылған. 1 мең 300 самаһы участкаға видеокамералар урынлаштырылған. Өфө, Өфө районы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө һәм Сибай ҡалаларында һайлаусылар “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша ала. Участкала тауыш биреүселәргә беләҙек тапшырыла. Ул сауҙа нөктәләрендә әйбер һатып алғанда ташлама хоҡуғын бирә.




