Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә

Рәсәйҙә коронавирус пандемияһынан һуң да һайлауҙы өс көн уҙғарыу тәжрибәһе ҡалыуы ихтимал. Был турала илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдерҙе.

Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа 3 миллион 18 мең 342 кеше тауыш бирә. Уларҙың 43 меңдән ашыуы һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Башҡортостанда 31 һайлау участкаһы – дауаханала, өсәүһе – шифаханала, өсәүһе – төрмәлә, шулай уҡ тимер юл вокзалында, аэропортта һәм ҡарттар йортонда урынлашҡан. Йәшәр урыны булмаған граждандар Өфөлә махсус участкала тауыш бирә ала. Ул Посадская урамындағы 26-сы йортта урынлашҡан.  Һайлауҙы үткәреү өсөн республикаға федераль ҡаҙнанан 500 миллион һум аҡса бүленгән. Уның күп өлөшө участка комиссиялары ағзаларына түләүҙәр өсөн ебәрелә.

Фото №1 - Башҡортостанда  3 миллиондан ашыу  кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ