Радий Хәбиров Көнсығыш юлды инспекцияланы

Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшө менән танышты. Федоровка-Шаҡша киҫелеше проекттың иң ҙур объекты булып тора. Был урындан 500 мең кубик метр тупраҡ сығарыла. Төҙөлөш тамамланғандан һуң Федоровка-Шаҡша трассаһы Көнсығыш юл өҫтөнән үтә. Радий Хәбиров Өфө йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн дә ҡараны. Бындай эштәр 25 процентҡа теүәлләнгән, киләһе йылда тамамланыуы көтөлә. "Көнсығыш юл" проектына ярашлы 1 километрҙан ашыу автомобиль тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер һәм 10 километрлыҡ түләүле юл төҙөлә. М-5 трассаһына тура сығыу мөмкинлеге була. Объектты 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.

Фото №1 - Радий Хәбиров  Көнсығыш юлды инспекцияланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ