Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә алдағы ике йылда уның проектын әҙерләү ҡаралған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышының күсмә ултырышында билдәләнде.
Радий Хәбиров айырыуса режимдағы биләмәлә «Ауыл тренеры» программаһын да тормошҡа ашырырға ҡушты. Яңы ғына эш башлаған йәш белгестәргә 600 мең һумлыҡ сертификаттар ҡаралған.
«Спорт - йәшәү нормаһы» милли проекты сиктәрендә ҡалала ГТО майҙансығын йыһазландырыуға тренажерҙар ҡайтарылған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Төҙөлөш» стадионы реконструкцияһы буйынса ла тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Спорт объекты 1987 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Биләмәлә футбол, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары, саңғы-роллер трассаһы бар.
Гөлназ Хәйбуллина







