Был сара ваҡытлыса һәм баш ҡаланан көнсығыш сығыу юлында үткәүел төҙөгәнсе генә. Әле эшселәр юл үткәргестең төп өлөшөн асфальтлаған да инде. Уны элекке юл менән тоташтырғансы водителдәргә урау юлдан йөрөргә тура киләсәк.
Әммә сабырлыҡтың төбө һары алтын, тигән шикелле, ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙан һуң юл йөрөү күпкә еңелләшәсәк. Бөгөн баш ҡаланың көнсығыш ҡапҡаларында эштәр барышы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та танышты.
Был юл үткәргесен ваҡытлыса, тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Төҙөүселәр юлды төп трассаға ҡарағанда ла ныҡлыраҡ һалған. Федоровка – Шаҡша юлындағы үткәүел Өфөнөң көнсығыш ҡапҡаларының иң күләмлеһе. Уны төҙөү өсөн генә лә 500 мең, йәғни 50 мең тирәһе камаз грунт сығарылған.
Федоровка-Шаҡша юлындағы үткәүелде дүрт һыҙатлы итеү күҙаллана. Ә төп проект, көнсығыштан сығыу юлы тотош илдә иң күләмлеһе. Уның оҙонлоғо 14 саҡрымға яҡын. Тоннель үҙе генә бер саҡрымдан ашыу.
Күпер төҙөү өсөн 6 бағана кәрәк буласаҡ. Бының өсөн төҙөүселәргә 6 мең тонна тимер ҡоролмалар йыйырға кәрәк. Урҙалары ла өҫтән һалынмай, ә әҙер күперҙән шыуҙырылып һуҙыла. Уларҙы ла компания үҙе әҙерләй. Ғөмүмән, барлыҡ бетон конструкциялар урында яһала. Бының өсөн бәләкәй заводтар ҙа төҙөлгән.
Көнсығыш сығыу юлының ер өҫтөнән һалынған өлөшө киләһе йылға әҙер буласаҡ. Ә проектты тулыһынса 2025 йылға тамамлау планлаштырылғайны. Ләкин был мөҙҙәттең күпкә ҡыҫҡарыуы ихтимал, тине Радий Хәбиров. Сөнки йыл аҙағына тиклем эштәрҙең 40 процентын теүәлләргә иҫәп.
Айнур Кәбиров.




