Краснокама районында 19 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды

Әлегә тиклем улар Николо-Берёзовка ауылындағы иҫке йорттарҙа көн күрергә мәжбүр булған. Биш йыл элек был өйҙәр комиссия тарафынан авариялы тип таныла, ә уның хужаларын яңы торлаҡҡа күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Фатир туйлаусыларҙың шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмөуртаҡлашты.

Был бәхетле минуттарҙы хужалар биш йыл буйына көткән. Ниһайәт, сираттағы ҡышҡы миҙгелгә аяҡ баҫтыр алдынан уларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Авариялы өйҙәрҙә йәшәүселәр өсөн район үҙәгендә өс ҡатлы йорт сафҡа инде. Фатир асҡыстары 19 ғаиләгә тапшырылды.

Күп кенә ғаиләләр хөрәфәткә ышанып иң тәүҙә фатирҙарына бесәйҙәрен индерҙе. Заманса материалдар менән төҙөлгән торлаҡта уңайлы йәшәү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Йылы һыу, зәңгәр яғыулыҡ, бәҙрәф һәм шәхси ҡаҙанлыҡ әлегә тиклем хужаларҙың хыялында ғына булған.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү республика адреслы программаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырылған. Бының өсөн республика бюджетынан финанстар бүленә. Әлбиттә, төҙөлөш эштәре еңел генә бармай, быға тәү сиратта пандемия һәм төҙөлөш материалдарының кинәт ҡиммәтләнеүе ҡамасаулай. Шуға ҡармаҫтан подрясы ойошма үҙ бурысын намыҫ менән үтәй.

Йортто төҙөү өсөн ҡатнаш финанслау иҫәбенә район бюджетынан да 4 миллион һум аҡса бүленгән. Фатир асҡыстары алыусылар араһында ололар менән бер рәттән, йәш ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Улар өсөн эргәлә генә балалар баҡсаһы һәм мәктәп урынлашҡан.

Әле Николо-Берёзовка ауылында авариялы хәлендәге тағы ла өс йорт ҡалған. Киләсәктә федераль программа ярҙамында был өйҙәрҙә йәшәүселәрҙе лә яңы фатирҙар менән тәьмин итеү ҡарала.

Фото №1 - Краснокама районында 19 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ