Радий Хәбиров спортсыларҙы уңышлы сығыштары менән тәбрикләне. Республика вәкилдәре 12 награда, шул иҫәптән 5 алтын миҙал яуланы. Паралимпийсылар төбәк етәксеһенән Башҡортостанда адаптив спорт үҙәге төҙөүҙә ярҙам итеүҙе һораны.
Республика башлығы шулай уҡ спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Ике тапҡыр паралимпия чемпиондары Андрей Николаев менән Богдан Мозговой Халыҡтар Дуҫлығы Ордены менән бүләкләнде. Ошондай уҡ наградаға тренерҙар Сергей Трухачев менән Фәнил Кирәев лайыҡ булды. Башҡортостан башлығы ҡалған спортсылар һәм тренерҙарҙы Салауат Юлаев ордены менән ҡыуандырҙы.
Илдар Байбулатов




