Республикала 3 мең 403 һайлау участкаһы эшләй, улар иртәнге һигеҙҙә асылды. 14 сәйәси фирҡәнән 94 кандидат тәҡдим ителде. Шулай уҡ бер мандатлы округтар буйынса 58 кандидат теркәлгән. 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу бюллетень баҫылған. Уның 800 меңгә яҡыны КОИБ-тар өсөн сығарылған. 1 мең 300 самаһы участкаға видеокамералар урынлаштырылған. Республикала барлыҡ тауыш биреү участкаларында санитар талаптарҙы үтәү тәьмин ителә. Битлек тәртибе, социаль дистанция, халыҡты күпләп йыймау, дезинфекция һәм башҡа саралар һаҡлана. Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө һәм Сибай ҡалаларында һайлаусылар “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша ала. Участкала тауыш биреүселәргә беләҙек тапшырыла. Уның менән сауҙа нөктәләрендә ташлама була.




