Башҡортостанда ветерандар өсөн заманса госпиталь төҙөлә

Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ветерандар өсөн госпиталь әле иҫке бинала урынлашҡан, пациенттарҙы тейешенсә хеҙмәтләндермәй. Өфөлә Затон микрорайонында ветерандар өсөн ҙур, заманса дауахана төҙөлә, тейешле күрһәтмә бирелде, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Госпиталь проекты киләһе йылда әҙерләнә, объект өс йылдан файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда ветерандар өсөн заманса госпиталь төҙөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ