Республикала коронавирус менән сирле балалар һаны артыуы күҙәтелә. Рәсми мәғлүмәт буйынса, 322 балаға COVID-19 диагнозы ҡуйылған, уларҙың 89-ы дауаханала ята. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылы башланыу менән мәктәп уҡыусылары араһында коронавирус йоҡтороу осраҡтары артҡан. Сирлеләрҙең күбеһе 15 йәштән өлкән үҫмерҙәр. Оператив штаб мәғлүмәтенә ярашлы, әле республикала 62 меңгә яҡын кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.




