Өфөнөң 107-се һайлау участкаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаров үҙ тауышын бирҙе

Билдәле сәхнә оҫтаһын 3-сө гимназия фойеһында уның репертуарындағы йырҙарҙы башҡарып ҡаршы алдылар.

Фидан Сафа улы әйтеүенсә, ул бер ваҡытта ла сәйәси компаниянан ситтә ҡалмай. Был юлы ла тауыш биреүгә тәүгеләрҙән булып килә. Һайлауҙан үҙгәрештәр көтөүҙән бигерәк, илдә әлеге тотороҡлоҡ һаҡланыуын теләйем, тине йырсы. Сәхнә йондоҙо тауыш биреүселәр араһында йәштәрҙе лә күберәк күрергә теләүен белдерҙе.

Фото №1 - Өфөнөң 107-се һайлау участкаһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаров үҙ тауышын бирҙе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ