Район-ҡалаларҙа йәшәүселәр һайлауҙың тәүге көнөндә үк әүҙем тауыш бирҙе

Иртәнге 8-ҙә һайлау участкалары асылыу менән әүҙем яҡташтарыбыҙ гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты. Башҡортостан буйынса 17-19 сентябрҙә 3 миллиондан ашыу кеше һайлауҙа ҡатнашасаҡ тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Иглин районында иртәнге 8-ҙә асылған һайлау участкаһына беренселәрҙән булып Динә Зөбәйҙуллина килде. 75 йәшлек ханым гражданлыҡ бурысын һәр ваҡыттағыса тәүгеләрҙән булып үтәргә тырыша. Тауыш биреү тәү сиратта балаларҙың киләсәге өсөн мөһим, тип уртаҡлашты Динә Зөбәйҙуллина.

Иглин районында 42 һайлау участкаһы ишектәре асыҡ. Тауыш биреүселәр араһында өлкән йәштәге граждандар, шулай уҡ йәштәр ҙә күп булды. Белгестәр фараздары буйынса, өс көн дауам итәсәк һайлауҙарҙа яҡынса 50 мең кеше тауыш бирәсәк тип көтөлә.

Хәйбулла районында урынлашҡан 3 205-се һайлау участкаһында халыҡ иртүк күпләп йыйылды, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы улар сират ойоштормайынса тәртип буйынса тауыш бирҙе. Бынан тыш, һайлау участкаһында ҡул бирешеп иҫәнләшеү тыйылды, социаль дистанция һаҡлау талап ителде. Санитар талаптарҙы теүәл үтәү өсөн һәр кешегә бер тапҡыр ҡуллана торған шәхси йыйылма тапшырылды.

Ишембай районы һайлау участкаларында дүрт сәғәт һайын бөтә урындарҙа дезинфекция саралары үткәрелде. Участкаға температура менән килеүселәргә башҡаларҙан айырым тәртиптә тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙырылды. Салауат ҡалаһында ла әүҙем граждандар һайлауҙың беренсе көнөндә үк тауыш бирергә ашыҡты. Ҡаланың 62 һайлау участкаһына хоҡуҡ һаҡсылары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.

Саҡмағош районында урынлашҡан территориаль һайлау участкаларында 23 мең кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Гражданлыҡ бурысын үтәргә тәүгеләрҙән булып Ҡаратал ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны 100 йәшлек Зәлифә Мусина килде. Районда иң өлкән тауыш биреүсегә бүләк тапшырылды.

Республика халҡы Һайлауҙың беренсе көнөндә үк юғары әүҙемлек күрһәтте. 19 сентябргә тиклем дауам иткән һайлауҙа 3 миллиондан ашыу кеше тауыш бирәсәк тип көтөлә. Төбәктә мөһим сәйәси сараны ғәҙел һәм асыҡ итеп ойоштороу өсөн күп яҡлы эш алып барыла.

Фото №1 - Район-ҡалаларҙа йәшәүселәр һайлауҙың тәүге көнөндә үк әүҙем тауыш бирҙе

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ