«Башавтотранс» предприятиеһы пассажирҙар ташыу өсөн «Нефаз»дың яңыртылған төрөн һатып ала. Йәмәғәт транспорты быға тиклемгеһенән күпкә уңайлыраҡ һәм заманса йыһазландырылған. Яңы техника менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та танышты.
Тәү ҡарашҡа шул уҡ автобус, әммә үҙгәрештәр бихисап. Яңыһы күпкә уңайлыраҡ. Пассажирҙар өсөн салонға инеү хәҙер күпкә еңел. Ә унда инде йомшаҡ ултырғыстар һәм ЮСБ. Йәғни гаджеттарҙың батареяһы бөтә тип борсолаһы түгел. Әлбиттә, водителде лә онотмағандар.
Ә инде иң төп үҙгәрештәр күҙгә күренмәй. Хәйер күҙәтеү ҡоролмалары күренергә лә тейеш түгел. Пассажирҙарҙы контролдә тотоу системаһы предприятиеға маршруттарҙы көйләү өсөн дә уңайлы. Халыҡ иҫәбен белгәс автобустар хәрәкәтенең ваҡыт арауығын да яйға һалырға мөмкин.
Был автобустар һатып алынғансы ике ай буйы һынау үткән. Уны баш ҡаланың иң көсөргәнешле маршруттарына ҡуйғандар. Техника Өфө халҡы һәм һатып алыусы талаптарын да ҡәнәғәтләндергән.
«Башавтотранс» предприятиеһы ошондай йөҙ автобус ала. Бынан тыш техника паркы тағы ла урта класлы «120 Вектор Некст» менән тулылана. Был техниканың илеһе бөгөн үк маршрутҡа сыҡты.
Айнур Кәбиров







