Күҙәтеүселәр һәм комиссия ағзалары алдында асыла. Тауыш биреү барышында йыйылған бюллетендәр КОИБтар аша эшкәртелә.
Бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылмаған һайлау учаскаларында тауыш биреү документтары махсус сейф пакеттарға һалына. Сәғәт киске һигеҙҙә, тауыш биреү туҡтатылғандан һуң стационар урналарҙан бюллетендәр шулай уҡ махсус һаҡланған пакетта тимер сейфҡа бикләнә.
Улар 19 сентябрь һайлау тамамланып, бюллетендәрҙе иҫәпләү башланғас ҡына комиссия ағзалары алдында асыла.
Рафиҡ Әхмәтшин




