Республикала коронавирус сирлеләр арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда 318 кешелә сир раҫланған, 17 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, үлеүселәр һаны 1 мең 390-ға етте. Әле 5 мең 590 кеше өй шарттарында, 749-ы стационарҙа дауалана. Табиптар 54 кешенең ауыр хәлдә булыуы тураһында белдерә, 11 пациент яһалма һулыш алдырыу аппатарына тоташтырылған.  Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Башҡортостанда 200-ҙән ашыу урында коронавирустан вакцина яһатырға була. Сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан пункттарҙың эш ваҡыты үҙгәрҙе. Дүшәмбенән йәкшәмбегә тиклем күсмә прививка нөктәләре көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 19 сәғәт 30 минутҡа тиклем эшләй. “Торатау” когресс-холындағы пункт халыҡты көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем ҡабул итә. Быға тиклем ул иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй ине. Бөгөндән баш ҡаланың Ферин урамындағы “Аквамарин” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан пункт ябыла. Вакциналау һәм коронавирусҡа бәйле һорауҙарға Ситуация үҙәге белгестәре яуап бирә. Элемтә телефоны: 218-19-19. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берҙәм телефоны: 122. Республикала бер тәүлек эсендә прививка яһатыусылар 17 мең 210-ға артҡан. Башҡортостанда вакцинаның ике компоненты ла 1 миллион 120 мең кешегә эшләнгән.

Фото №1 - Республикала коронавирус сирлеләр арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ