Бындай ысул мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм өлкән йәштәгеләр өсөн уңайлы. Һайлауҙарҙың өс көнө буйына барыуын иҫәпкә алып, һайлау комиссияһы күсмә урна менән заявка биргән йорттарға килеү өсөн уңайлы ваҡытты һайлай. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Дим биҫтәһендәге 24-се участка һайлау комиссияһында күсмә һайлау урналары булдырылған. Бындай мөмкинлек менән кисә 46 кеше файҙаланһа, бөгөн иһә 31 гражданиндан йорт шарттарында һайлау өсөн ғаризалар ҡабул ителгән. Участка һайлау комиссияһы ағзалары күсмә урналарҙы алып адресаттарға йүнәлде.
Битлектәр, халаттар, бирсәткәләр, һаҡланыу сараһы булараҡ, биткә махсус экран. 24-се участка һайлау комиссия ағзаларынан торған күсмә бригада баштан-аяҡ һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителгән. Был бригада бөгөн ете һайлаусыны өйөндә хеҙмәтләндерергә тейеш.
.Иң беренсе исемлектә Тебеньковтар ғаиләһе. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн йорт шарттарында беренсе тапҡыр һайламай. Был ысул улар һайлау ваҡыты хаҡында алдан һөйләшеп килешеүе менән уңайлы. Йорт шарттарында һайларға теләүселәрҙән икенсе исемлектә Флүрә Миңлеәхмәтова. Ул һаулығы ҡаҡшау сәбәпле өйөндә һайланы.
24-се участка һайлау комиссияһынан бер-нисә күсмә бригада бөгөн 30-ҙан ашыу һайлаусыларҙы йөрөп сығырға тейеш. Халыҡтың күпселеге үҙ тауышын һайлау участкаһына килеп биреүҙе хуп күрә.
Ишектән инеү менән ирекмәндәр һайлаусыларға бирсәткәләр, битлектәр, ручка тапшыра. Рәсми теркәлгән адрестары буйынса граждандар һайлау бюллетендәре ала. Һайлау процесы төрлө фирҡәләрҙең күҙәтеүендә үтә.
Һайлауҙарҙа тауыш биреүселәргә ташламалар менән ҡулланыуға «Рәхмәт» акцияһы браслеттары ла тапшырыла. Тик төрлө ташламаларҙың мөҙҙәте төрлөсә булыуы мөмкин.
Дим районында йәшәүселәр иһә номерлы купон менән Санкт-Петербургтҡа ике кешелек юллама, һауа шарында сәйәхәт, самокат ота ала. Өфөлә үткән һайлауҙарҙың тағы ла бер өҫтөнлөгө – халыҡ баш ҡаланың йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә тауыш бирә ала.
Гүзәл Борханова




