Иртәнге һигеҙҙән Йылайыр районындағы һайлау участкалары ла асылды

Төбәктә уларҙың һаны 17.Дәүләт Думаһы депутаттарынан тыш районда айырым ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына һайлау үтә. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу йәше еткән һәр кешенең конституцияла ҡаралған хоҡуғы.Шуға ла районда һайлау участкаларына килә алмаусыларға өйҙәрендә тауыш биреү ойошторола.Йылайырҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Айҙар Байсурин бер аҙна самаһы элек коронавирус йоҡторған.Диагноз раҫланған.Әле ул изоляцияла. Ваҡытында мөрәжәғәт ҡалдырғас һайлау комиссияһы уны онотманы. Гражданлыҡ бурысын ул санитар эпидемиология талаптары нигеҙендә башҡарҙы.

Күсмә һайлау комиссияһы ағзалары һайлау алдынан вакциналанған.Шуға ҡарамаҫтан һаҡланыу сараларын инҡар итмәй.Бюллетень күсмә урнаға һалынғас та антисептик ҡулланыла.

Мария Попова тыл ветераны. 93 йәшендә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан яуаплылыҡ тойғоһон юғалтмаған. Һайлау участкаһына үҙе бара алмағас, күсмә комиссияны өйөнә саҡыртҡан.

Һайлау комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, илдең киләсәге хәл ителгәндә һәр кемдең тауышы мөһим.Шуға ла өйҙә тауыш биреү ҡануниәттәге барлыҡ талаптарҙы үтәп башҡарыла.Күсмә урналар һайлау участкаһында асыла улар махсус сейф пакеттарға һалынып, тимер сейҡа бикләнә.Коибтар булған урындарҙа бюллетендәр шунда уҡ эшкәртелә.

Йылайыр районында илелләгән ауыл өсөн 17 һайлау участкаһы асылған.Шуға ла төпкөлдә йәшәгән тауыш биреүселәрҙең ғаризаһы нигеҙендә улар янына шулай уҡ күсмә комиссия ағзалары үҙҙәре бара. Дөйөм алғанда, Йылайырҙа әүҙем һәм яуаплы халыҡ йәшәй.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса Тауыш биреүҙең беренсе көнөндә төбәктәге һайлаусыларҙың 30 проценты гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргән.

Фото №1 - Иртәнге һигеҙҙән Йылайыр районындағы һайлау участкалары ла асылды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ