Шуларҙың һигеҙе Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Төбәктә һайлау барышын БЮТ каналы хәбәрселәре күҙәтте.
Ҡаланың беренсе һанлы мәктәбендә урынлашҡан 1001 һайлау участкаһы иң ҙурҙарҙан һанала. Унда 2527 кеше теркәлгән. Һайлау ойошҡанлы үтһен өсөн алдан адрестарға саҡырыу ҡағыҙҙары таратылған.
Һайлауға ҙур яуаплылыҡ менән. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та гражданлыҡ бурысын беренсе һанлы мәктәбенең 1001-се һайлау участыгында үтәне.
Мерәҫ ауылы биләмәһе лә һәр ваҡыттағыса кампанияға алдан уҡ етди әҙерлек эштәре алып барҙы. Комиссияла барлығы 8 кеше эшләй. Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау был юлы ла бар талаптарға ярашлы башланды.
Өйҙән сыҡмайынса үҙ тауыштары менән ил яҙмышын хәл итеүселәрҙә бар, ауылдан 9 кеше үҙ йортонда һайлау өсөн ғариза яҙған. Был йәһәттән дә комиссия ағзалары бар һаҡланыу ҡағиҙәләрен, һайлау тәртибен теүәл үтәйҙәр.
Өс көн дауамында барған һайлауҙарҙа иленең киләсәгенә битараф булмаған бар граждандар ҙа ҡатнашып, үҙ тауышын бирер тигән теләктә ҡалабыҙ.
Раушания Рәхимова.




