Бөгөн Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙың икенсе көнө үтте. Халыҡ ил парламентынан тыш, өс округ буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, шулай уҡ ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар һайлай. Тауыш биреү ваҡытында Башҡортостанда 150 транспорт бригадаһы урындарға сығып эшләйәсәк.
Участка һайлау комиссияларына 300 самаһы алыҫ биләмәне хеҙмәтләндереү бурысы тора.
Айнур Кәбиров




