«Өфө» клубы уйынсыһы Гамид Агаларов – Рәсәй Премьер-лигаһының иң мәргән бомбардиры

Бындай ҡаҙанышҡа ул «Химки» командаһы менән осрашыуҙа өлгәште. Хәҙер яҡташыбыҙ иҫәбендә 8 гол.

Ил чемпионатының сираттағы турында Гамид Агаларов дәғүәселәр ҡапҡаһына ике туп индерҙе. Тағы ла бер голды үҙ иҫәбенә Владислав Камилов яҙҙы. Шулай уҡ итеп Башҡортостан командаһы 3-2 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Был уңыштан «Өфө» футболсылары 8 мәрәй туплап турнир таблицаһының 11-се баҫҡысына күтәрелде. Киләһе турҙа Алексей Стукалов тәрбиәләнеүселәре 25 сентябрҙә Мәскәүҙә «Спартак» менән осраша.

Фото №1 - «Өфө» клубы уйынсыһы Гамид Агаларов – Рәсәй Премьер-лигаһының иң мәргән бомбардиры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ