«Салауат Юлаев» клубы рәттән етенсе еңеү яуланы

Был юлы юлаевсылар Минскиҙың «Динамо» клубынан өҫтөнөрәк булды. Берҙән-бер шайбаны икенсе осорҙа Маркус Гранлунд индерҙе. Ул Теему Хартикайнендың пасын оҫта файҙаланды.

Шулай итеп, Башҡортостан командаһы үҙ боҙондағы уйындар серияһын тамамланы. Артабан яҡташтарыбыҙ сит ҡалалар буйлап сыға. Тәүге туҡталыш 21 сентябрҙә Череповец ҡалаһында.

Фото №1 - «Салауат Юлаев» клубы рәттән етенсе еңеү яуланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ