Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа 3 миллион 18 мең 342 кеше ҡатнаша. Уларҙың 43 меңдән ашыуы гражданлыҡ хоҡуғы менән беренсе тапҡыр файҙалана. “Илебеҙҙең киләсәге, балалар һәм ейәндәрҙең лайыҡлы тормошта йәшәүе өсөн тауыш бирҙем”, ти Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 91 йәшлек Хәҙисә Байғусҡарова.
Республикала һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем асыҡ була. Бөгөн һайлауҙың һуңғы көнө.




