Һайлау барышында хәүефһеҙлеккә иғтибар бирелә

Бөгөн Дәүләт Думаһына һайлауҙың өсөнсө көнө. Башҡортостанда 3 миллион 18 мең 342 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Уларҙың 43 меңдән ашыуы һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Республикалағы барлыҡ һайлау участкаларында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора. Төп иғтибар - урындарҙа янғын һүндереү сараларына, эвакуация юлдарына, янғын тураһында иҫкәртеүсе һәм утты һүндереү системаларына бирелә. Өс көн дауамында ведомство хеҙмәткәрҙәре “Юғары әҙерлек” тәртибендә эшләй. Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итеүгә 700 кеше һәм 225 берәмек техника йәлеп ителгән.

Фото №1 - Һайлау барышында хәүефһеҙлеккә иғтибар бирелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ