Башҡортостанда электорат Дәүләт Думаһынан тыш, өс округ буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ ҡала, район һәм ауыл советтарына депутаттар һайлай. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, һайлауҙың тәүге ике көнөндә Башҡортостанда электораттың 48 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары өр-яңы мәғлүмәттәрҙе барлауын дауам итә. Унда беҙҙең ижади төркөм дә эшләй. Студия менән тура бәйләнештә БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров. Хәйерле көн, Айнур! Һайлауҙың өсөнсө көндә тауыш биреү нисек бара?




