Бөгөн республика башлығы ла гражданлыҡ бурысын үтәне

Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тормош иптәше Каринэ Владимировна менән бергә тауыш бирҙе.

Баш ҡаланың «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан һайлау участкаһына 2 мең 710 кеше беркетелгән, уларҙың яҡынса 20-һе сәйәси кампанияла тәүге тапҡыр ҡатнаша. Участкала был категория өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгән, шулай уҡ һәр һайлаусыға рәхмәт беләҙектәре тапшырыла. Уның менән төрлө учреждениеларҙа ташламалар алырға мөмкин.

«Башҡортостан» концерт залы һайлаусылар өсөн мәҙәни программа ла тәҡдим итә. Бында балалар, йәштәр ижади коллективтары, «Поколение» академия хоры сығыш яһай. Фойела сувенирҙар менән сауҙа итеү ҙә ойошторолған, бында милли биҙәүестәр ҙә, башҡа әйберҙәр ҙә алырға мөмкин.

Һайлау участкаһы ағзалары әйтеүенсә, әлегә граждандарҙың 50 проценттан ашыуы тауыш биргән. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һайлауҙар ил өсөн мөһим ваҡиға, Дәүләт Думаһының эшмкәрлегенә Рәсәйҙең сәйәси-иҡтисади курсы бәйле.

Сараның өс көн дауам итеүе лә уңайлы, тине Радий Фәрит улы. Берҙән, коронавирус ваҡытында санитар-эпидемология талаптарына ярашлы кеше күпләп йыйылмай, икенсенән кешеләр һайлау участкаһына үҙҙәренә ҡулай ваҡытта килә ала.

Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙы ул ғаилә традицияһы итеп ҡабул итә. Сөнки уның яҡындары һәр ваҡыт тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнаша, сәйәси кампаниянан ситтә ҡалмай. Ә хәҙер быуындар күсәгилешлеген улар һаҡлай. Тауыш биреү һәр кемдең гражданлыҡ бурысы, ти Каринэ Владимировна.

Фото №1 - Бөгөн республика башлығы ла гражданлыҡ бурысын үтәне

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ