Сәйәси кампанияның өсөнсө көнөндә партия ағзалары тауыш бирҙе

Күптәр сараға ғаиләләре менән килде.

Өс көн дауамында барған һайлауҙың йәкшәмбеһендә Коммунистар партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин Өфөнөң Нуғай ауылында тауыш бирҙе. Рәсәй Дәүләт Думаһына һайланасаҡ депутат халыҡ мәнфәғәтендә эшләүе мөһим, тигән фекерҙә ул.

Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов ауылындағы 2299-сы һайлау участкаһында бөгөн көндөҙгө 11 сәғәттә урындағы халыҡтың яртыһы һайлауҙа ҡатнашҡан. Гражданлыҡ бурысын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе лә үтәне. Александр Сидякин һайлауға тап йәкшәмбе көндө килеүен Совет заманынан ҡалған матур йола, ти ул.

Бөгөн шулай уҡ либерал-демократтарҙан Иван Сухарев та тауыш бирҙе. Ул гражданлыҡ бурысын Өфөнөң 9-сы мәктәбендә үтәне.

Ә «Гражданлыҡ платформаһы» партияһынан Рифат Шайхетдинов сәйәси кампанияны Мәскәүҙә ҡаршы алды.

Күпселек һайлау участкалары йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ауыл хужалығы йәрминкәләре лә ойошторолдо. Сәйәси кампанияның һуңғы көнөндә халыҡ айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Тауыш биреү тамамланыуға кәм тигәндә бер сәғәт ваҡыт ҡалды.

Фото №1 - Сәйәси кампанияның өсөнсө көнөндә партия ағзалары тауыш бирҙе

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ