Илдә берҙәм каникул аҙналығы булдырылыуы ихтимал

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова Владимир Путиндан ошондай аҙналыҡ булдырыуҙы һораны. Күп көнлөк һайлауҙар ваҡытында мәктәптәрҙә каникул иғлан итеү дөрөҫ булыр, тине Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы. Элла Памфилова белдереүенсә, президент уның тәҡдиме менән килешкән һәм ведомстволарға ошо фекерҙе тормошҡа ашырыу юлдарын ҡарарға ҡушҡан. Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы әйтеүенсә, һайлау комиссиялары составына бик күп уҡытыусылар инә. Бынан тыш, һайлау участкалары мәктәптәрҙә ойошторола. Һайлау үткән көндәрҙә уҡыусылар өсөн ҡыйынлыҡ тыуа.Дума  депутаттары өсөн тауыштарҙы иҫәпләү дауам итә. Үҙәк һайлау комиссияһы әлегә бюллетендәрҙең 76 проценттан күберәген эшкәрткән. "Берҙәм Рәсәй" - 49, КПРФ- 19, ЛДПР һәм "Ғәҙел Рәсәй" 7 проценттан артығыраҡ алған.  "Яңы кешеләр"ҙе  5 проценттан күберәк һайлағандар.

Фото №1 - Илдә берҙәм каникул аҙналығы булдырылыуы ихтимал
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ