Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышҡа әҙерләнә. Ул 23 сентябргә билдәләнгән. Парламентта һауаның таҙалығына бәйле халыҡ мөрәжәғәттәре лә ҡарала. Унда һауа составын күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырылды. Вице-спикер Рөстәм Ишмөхәмәтов һөйләй.
Һауа таҙалығы беҙҙең республиканың ғына проблемаһы түгел. Шуға ла мәсьәләне комплекслы хәл итеү мөһим, тигән фекерҙә Рөстәм Ишмөхәмәтов.




