Был турала республика башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы Азамат Ғәлин белдерҙе.
Уның фекеренсә, етешһеҙлектәр тәү сиратта һайлау комиссиялары ағзаларының етерлек кимәлдә тәжрибәгә эйә булмауы менән бәйле. Дөйөм алғанда, сәйәси кампаниянан көтөлгән барлыҡ күҙаллауҙар ҙа тормошҡа ашты, тине совет ағзаһы.




