Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 317 кешегә артҡан

Пандемия башланған осорҙан сирләүселәр 62 880-гә етте.

Бөгөн сирлеләрҙең 721-е стационарҙарҙа дауалана, уларҙың 467-һе 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 50 пациенттың 13-ө тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 5 831 сирле амбулатор дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә сирҙән 88 кеше һауығып сыҡҡан, 16 кеше вафат булған.

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә 1-се компонентты республкала йәшәүсе 1 246 273 кеше яһатҡан. Ошо иҫәптән 1 131 607 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә прививка яһатыу өсөн тағы ла 3 467 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар 317 кешегә артҡан

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ