Республика башлығы Радий Хәбиров һайлауҙың яҡшы ойошторолоуы тураһында белдерҙе

Республикала һайлау тыныс шарттарҙа үтте. Тауыш биреүселәр өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы мөмкинлектәр булдырылды. Был турала бөгөн хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул эште тейешле кимәлдә ойошторған өсөн Үҙәк һайлау комиссияһына рәхмәт әйтте.

Республика башлығы Радий Хәбиров һайлауҙың яҡшы ойошторолоуы тураһында белдерҙе

Республикала тауыштарҙы иҫәпләү дауам итә. Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә,   Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй" – 67,8, “КПРФ” – 14,9, “ЛДПР” – 6,7 процент тауыш йыйған. Һайлаусыларҙың әүҙемлеге буйынса иң юғары күрһәткестәр Салауат, Благовар, Тәтешле райондары, Салауат, Сибай, Октябрьский ҡалаларында теркәлгән. Һайлау көндәрендә халыҡтан һайлауҙарға бәйле 224 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Фото №1 - Республика  башлығы  Радий  Хәбиров  һайлауҙың яҡшы ойошторолоуы тураһында  белдерҙе
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ