Хәүефһеҙлек тәү сиратта. Пермь ҡалаһындағы ваҡиғаларға бәйле Башҡортостан башлығы республика уҡыу йорттарында именлекте тәьмин итеү сараларын көсәйтергә ҡушты. Был турала Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Ултырышта шулай уҡ санитар-эпидемиология, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағы, ауыл хужалығы һәм туризм үҫеше тураһында фекер алышынды.
Оператив кәңәшмә 3 көнлөк һайлау марафоны һөҙөмтәләрен барлауҙан башланды. Башҡортостан башлығы тауыш биреү республикала тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтеүен билдәләне. Сәйәси кампанияны ойоштороу һәм уҙғарыуға өлөшөн индергән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә Радий Хәбиров ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ултырышта шулай уҡ коронавирус инфекцияһы таралыуы һәм миҙгел сирҙәрен иҫкәртеүгә бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
Бөгөн иртән Пермь дәүләт университетында һунар мылтығы менән ҡоралланған 18 йәшлек егет бергә уҡыған тиҫтерҙәре һәм үтеп барыусыларға ут асты. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мөғлүмәттәре буйынса фажиғә ҡорбандары исемлегендә 8, йәрәхәтләнгәндәр араһында 28 кеше. Үлемдән ҡасып студенттарҙың 2-се ҡат тәҙрәһенән һикереүе билдәле.
Үҙәк сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, атыш ойошторған студент үҙе үлемесле йәрәхәт алған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Мәғлүмәт таҫмаларында был хәбәр оператив кәңәшмә барышында таралды. Башҡортостан башлығы шунда уҡ тейешле ведомстволарға Башҡортостан уҡыу йорттарында именлекте тәьмин итеү сараларын көсәйтергә ҡушты.
Башҡортостандла ҡыш яҡынлай. Бигерәк тә төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы түбәнәйә. Ултырышта торлаҡ фонды һәм социаль учреждениеларҙы йылытыу мәсьәләһе буйынса Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев телмәр тотто. Уның фекеренсә, мәктәп, балалар баҡсалары, һәм дауаханаларҙың 99 процентына йылы бирелгән. Мәсьәлә даими контролдә, тине министр вазифаһын башҡарыусы. Әммә Башҡортостан башлығы был фекер менән килешмәне.
Райондарҙа йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар урындағы хакимиәт башлыҡтары яуаплығында. Радий Хәбиров был мәсьәләне аңлы рәүештә хәл итергә ҡушты. Синоптиктар фаразлауынса бер нисә көндән республикала «Әбейҙәр сыуағы» башлана. 21 сентябрҙән батареяларға йылы биргән осраҡта, тотош бер айлыҡ квитанцияны түләргә тура киләсәк.
Көндәрҙең һалҡынайтыуы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн мәшәҡәттәрҙе арттырһа, урмансыларға киреһенсә. Һауа температураһы түбәнәйеүе һәм ямғырҙар урман янғындарын һүндереүгә булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, уҙған ял көндәрендә республикала һуңғы тәбиғәт янғыны һүндерелгән. Шуға ла ул урман фондында ғәҙәттән тыш хәл тәртибен ғәмәлдән сығарыу тәҡдимен индерҙе.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөнән көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө барышы, бәләкәй хужалыҡ итеү формаларына дәүләт ярҙамы һәм туризмды үҫтереү буйынса мәғлүмәт тыңланылды.
Рафиҡ Әхмәтшин




