Башҡортостанда «Апимондия» конгресына әҙерлек дауам итә

Бөгөн халыҡ-ара кимәлдәге мөһим сараны ойоштороу мәсьәләләре онлайн форматта уҙған умартасылар симпозиумында тикшерелде.

Кәңәшмәгә видеобәйләнеш аша сит ил вәкилдәре лә ҡушылды. Ойошитороусылар алдында конгресты юғары кимәлдә үткәреү бурысы тора. «Апимондия» умартасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән танышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы буласаҡ тип көтөлә.

Симпозиумда балды етештереү һәм эшкәртеү, ҡорттарҙы аҫырау һәм дауалау өлкәләрендә яңы технологияларҙы үҙләштереү мәсьәләләре лә күтәрелде.

Фото №1 - Башҡортостанда «Апимондия» конгресына әҙерлек дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ