Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмемәй

Һуңғы тәүлектә хәүефле сир йәнә 320 осраҡта раҫланған. Пандемия башланған көндән 63 мең 200 кешелә ковид асыҡланған. Стационарҙарҙа 671 пациент дауалана, уларҙың күбеһе оло йәштәгеләр.

45 кеше ауыр хәлдә, шул иҫәптән 11 пациент реанимацияла тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә коронавирустан, 17 үлем осрағы теркәлгән, вафат булыусылар 1 423-кә етте.

Халыҡты вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлектә коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыусылар һаны 12 388 кешегә тулыланған. Республикала 1 миллион 140 самаһы кеше тулыһынса вакциналанған, 1 миллион 252 меңе прививканың беренсе компонентын эшләткән. Башҡортостанға 1 миллион 656 мең 508 доза вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны кәмемәй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ