Өфөлә талантлы артист Айһылыу Сәйфулинаның концерты үтте

Өфөлә Санкт-Петербург филармонияһының симфоник оркестры артисы, яҡташыбыҙ Айһылыу Сәйфулинаның концерттары үтте.

Талантлы скрипкасы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Александр Шисмандың уҡыусыһы. Алдараҡ Айһылыу Сәйфулина маэстроның 75 йәшлек юбилейы уңайынан уҙғарылған концертта ла сығыш яһағайны.

Был юлы классик музыка һөйөүселәргә Моцарт һәм Прокофьев әҫәрҙәренән концерт тәҡдим ителде. Концерттар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин исемендәге залында ойошторолдо. Скрипкасы әйтеүенсә, Өфө тамашасылары менән осрашыуҙар һәр ваҡыт тулҡынландырғыс үтә. Улар араһында йыр-моң донъяһына һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыһы булыуы ла оло яуаплылыҡ өҫтәй.

Фото №1 - Өфөлә талантлы артист Айһылыу Сәйфулинаның концерты үтте

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ