Бөтә Рәсәй йүгереү көнө сиктәрендә республика төбәктәрендә күләмле спорт саралары үтте. Йыл һайын уҙғарылған акцияның маҡсаты – халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, уҡыусыларҙы һәм йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Иглин районы үҙәге төбәктең йүгереү спортын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйҙы. Улар араһында иң оло ҡатнашыусы 62 йәштә. Мәғариф ветераны Лида Вәлиева йәш сағынан спортҡа ғашиҡ. Шуға ла бөгөнгө ярышта ла һынатмай, беренселекте яуланы.
Еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр сарала бер ярым саҡрымға йүгерҙе. Һәр йылдағыса «Милләттәр кросы» төрлө һөнәр эйәләрен берләштереп кенә ҡалмай, уларҙың физик яҡтан әҙерлеген дә күрһәтте.
Өфөлә үткән акцияла 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә күп булды. Ярышта ҡатнашыусыларға еңел атлетиканан тыш, үҙҙәрен башҡа спорт төрҙәрендә һынап ҡарау мөмкинлеге лә бирелде.
2019 йылдан алып «Милләттәр кросы» Рәсәй Спорт министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған «Спорт – йәшәү нормаһы» федераль проектының бер өлөшө булып тора. Уның маҡсаты – 2024 йылға Рәсәйҙә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ил халҡының яртыһынан күбеһен йәлеп итеү.
Азат Ғәлиуллин




