Ҡырмыҫҡалы районында һыбай уҡ атыу буйынса республика турниры ойошторолдо

Ярышта ҡатнашыусылар венгр һәм корея маршруттарын үтеп, мәргәнлеккә көс һынашты. 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған сараны БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Республиканың мәргән уҡсылары алдында оло һынау.Йәрәбә тартҡандан һуң, ҡайһы атҡа һыбай ултырыуҙары билдәләнә. Артабан улар старт һыҙығына барып, билдәләнгән маршрутты сиратлап ваҡытҡа үтергә, сәпкә тейергә тейеш.

Асҡар Ишбирҙин ҡаршылыҡ һыҙаты менән яҡшы таныш. Беренсенән, сара тыуған яғы – Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылы янындағы биләмәлә үтһә, икенсенән, егет Рәсәй кимәлендәге чемпионаттарҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Һыбай килеш уҡ атыу буйынса республика турниры 1812 йылғы Ватан һуғышына арналды. Күләмле сараны «Мәргән уҡсы» хәрәкәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторҙо. «Төньяҡ амурҙары» вариҫтарының оҫталығына тиҫтәләп кеше шаһит булды.

Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарға үҫеп килгән быуынды ла әҙерләргә ваҡыт. Быйыл «Һыбайлы мәргән уҡсы» проекты Президент грантына лайыҡ булды. Финанс ярҙам республика райондарында түңәрәктәр асып, кәрәкле йыһаздар – уҡ-һаҙаҡтар, сәп, эйәрҙәр һатып алыуға йүнәлтелә.

Һыбайлы уҡсылар әҙерләргә тәжрибәле тренерҙар составы ла билдәләнгән. Уларҙың иңендә оло яуаплылыҡ – этноспорттың яңы төрөн популярлаштырыу. Оҫталыҡ дәрестәрендә башҡорт халҡының тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары ла өйрәнеләсәк. Ярышҡа килгәндә, Әбйәлил уҡсыһы Рушан Хәсәнов еңеүсе тип танылды. Был осраҡлы түгел. Ул был спорт төрө буйынса Башҡортостан чемпионы тигән исемгә лайыҡ.

Фото №1 - Ҡырмыҫҡалы районында һыбай уҡ атыу буйынса республика турниры ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ