Өфөлә сыҡҡан янғында 9 йәшлек баланың ғүмер өҙөлдө

Фажиғә бөгөн иртән Федоровка ауылы эргәһендәге «Ольховое» баҡсасылар ширҡәтендә сыҡҡан. Ваҡиға урынында билдәһеҙ сәбәптәр буйынса ағас йорт янып киткән. Ут эсенән 4 бала менән уларҙың әсәләре сығып өлгөргән.

Янғында 11 йәшлек малай зыян күргән. Ҡыҙғанысҡа, янғында 9 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү бара, енәйәт эше асылған.

Енәйәт эшен тикшереүҙе тәфтиш идаралығы контролгә алған. Әле фажиғәгә тарыған ғаилә ауыр тормош хәлендә ҡалған. Уларҙың бар кейемдәре һәм мөлкәте янып юҡҡа сыҡҡан. Латиповтарға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса ярҙам итә ала.

8 (919) 614-29-94

Илнур Таймаҫ улы Латипов

Фото №1 - Өфөлә сыҡҡан янғында 9 йәшлек баланың ғүмер өҙөлдө

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ