Ҡурай моңона кинжал менән лезгинка бейеүе

Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында Кавказ халыҡтары үҙенсәлекле милли мәҙәни фестиваль үткәрҙе. Дудук, зурна һәм кяманчи музыка ҡоралдары менән ҡурай моңдары ла яңғыраны. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Дудук һәм зурна тынлы музыка ҡоралдарында Альберт Арутюнян бала сағында уҡ уйнарға өйрәнә. Әгәр тәүгеһе ярҙамында талғын, лирик моңдар башҡарылһа, зурна башлыса дәртле бейеүҙәр өсөн уйнала. Башҡортостанда 20 йыл йәшәйем, тәүге көндәрҙән үк мине лә, мин башҡарған музыканы ла бик йылы ҡаршы алдылар, ти музыкант.

«Ағиҙел киңлектәрендә дудук, зурна һәм кяманча моңдары» тип аталған фестиваль Өфөлә бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Ғәҙәттәгесә, сәхнәлә яңы ҡатнашыусылар һәм ижади көстәр сығыш яһаны. Ут сәсрәтеп торған лезгинка, талғын йыр-моң дуҫлыҡ сәләмен таратты. Тамашала башҡорт ҡурайын да ишетергә мөмкин ине.

Сара Башҡортостанда йәшәүсе кавказ диаспораһы вәкилдәре менән милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр коллективтар берлегендә уҙғарылды. Кавказ халыҡтарының йыр-бейеүҙәре республиканың мәҙәни йондоҙлоғон тулыландырыр, тигән өмөттә ойоштороусылар. Яҡутов исемендәге паркта әзербайжан, дағстан, грузин, әрмән һәм чечен моңдары яңғыраны.

Фестивалдә төрлө йәштәге ҡатнашыусылар оҫталыҡтарын күрһәтте. Байрам программаһында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде.

Фото №1 - Ҡурай моңона кинжал менән лезгинка бейеүе

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ