Республикала сиреналар ишетергә мөмкин. Әле иҫкәртеү системаһының техник торошо тикшерелә. Сиреналар тауышын бөгөн көндөҙгө 4-кә тиклем Өфөлә ишетергә мөмкин. Иртәгә һәм 23 сентябрҙә республиканың башҡа ҡала-райондарында һынала. Ысын
хәүеф булғанда сиреналар туҡтамай тауыш сығара, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.







