Башҡортостан хөкүмәтендә "Урал легендалары" туристик кластерын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Кластерға инвесторҙар йәлеп итеү, эш урындары булдырыу, тау саңғыһы туризмына иғтибарҙы арттырыу маҡсаты ҡуйылды. Белорет районында "Морат тау" комплексы яңыртыла, бында йыл әйләнәһе эшләүсе ғаилә шифаханаһы ла булдырыла. "Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре ҙур, беҙҙең республика Көньяҡ Уралдың гәүһәр ташы булып тора" тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров.







