Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев шулай тип белдерҙе. Быйыл төҙөлөш өсөн 10 миллиард һум тотонола. 2022 йылда финанслауға бәйле өҙөклөктәр булмаһын өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк була
Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы федераль округында иң ҙур транспорт проекттарынан иҫәпләнә. Объект 2023 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Көнсығыш сығыу юлы Өфөнөң үҙәген М-5 “Урал” федераль трассаһы менән тоташтыра.







