Эске туризмды үҫтереү үҫеш нөктәһе булып тора

Был турала Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында белдерҙе. Унда «Урал Легендаһы. Башҡортостандың тау курорттары « туризм кластерының үҫеш концепцияһы тикшерелде.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 8 туризм кластеры ойошторолған, улар республиканың төрлө зоналарын үҙ эсенә ала һәм туристар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проектты тормошҡа ашырыу был биләмәләрҙә инвесторҙар иҫәбен дә арттырыр тип көтөлә.

«Урал легендаһы» зонаһы тарихи һәм һауыҡтырыу объекттарына бай, бары тик шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Ошо маҡсатта Концепция сиктәрендә «Морат» тау саңғыһы комплексында ғаилә курорты булдырыу ҡарала.

Уға ярашлы, ике этапта төҙөлөш эштәре ҡаралған, тәүгеһендә ғәмәлдәге базаны реконструкциялау һәм икенсеһендә ил кимәлендәге ҙур, заманса объект төҙөү. Ул 681 номерға иҫәпләнәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу туристар ағымын 100 меңгә арттырыр тип күҙаллана. Ә ҡаҙнаға ингән һалым күләме 1 миллиард 200 миллион һумға етәсәк.

Фото №1 - Эске туризмды үҫтереү үҫеш нөктәһе булып тора

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ